Отряд командиры Артур Йомағужин шулай тип белдерҙе. Батальонға 700-ҙән ашыу ирекмән ҡушылырға теләк белдергән. Улар айырым талаптар буйынса һайлап алына. Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальоны вәкиллектәре Стәрлетамаҡ, Ишембай, Сибай ҡалалары, Сермән, Иҫке Собханғол һәм Малаяҙ ауылдарында эшләй. Тиҙҙән доброволецтар хәрби әҙерлек биләмәһенә оҙатыла.







