Унда төрлө райондарҙан дини белемен камиллаштырырға теләгән ханымдар йыйылған. Мөслимәләр 6 фән буйынса курстар ала. Уҡыу аҙағында сертификат тапшырыла. “Дини ҡәрҙәштәребеҙ бындай уҡыуҙарға бик теләп йөрөй”, - ти Күгәрсен районы имам-мөхтәсибе Рәсүл Янбаев.
Ноябрҙә Мораҡ мәсетәндә ир-егеттәр өсөн дә ошондай дини курстар ойошторола башлай.







