Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация-техник университеттары Өфө фән һәм технологиялар университеты итеп берләште. Яңы уҡыу йортон Вадим Захаров етәкләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, ВУЗдарҙы берләштереү федераль финанс йәлеп итеү өсөн кәрәк.




