Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев социаль селтәрҙә яҙа. Тағы бер заманса электр поезы Өфөнән Приют аша Абдуллинға йөрөй. -"Көнбайыш экспресс" тулыһынса заманса составтар менән йыһазландырылды. Киләсәктә Инйәр һәм Яңы Абҙаҡҡа ла тиҙ йөрөшлө электр поездары ебәрелеүе көтөлә, - тип яҙа министр.




