Хәйбулла районында «Йәш армия» Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенә яңы ағзалар ҡабул ителде. Берләшмә сафы 177 мәктәп уҡыусыһы менән тулыланды.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң, йәш армеецтар уҡыуҙа һәм спортта еңеүҙәргә ынтылырға, Ватанға тоғролоҡ һаҡлап, уға хеҙмәт итергә, Рәсәйҙең патриоты һәм лайыҡлы гражданины булырға ант бирҙе. Хәҙер улар күкрәгендә бөркөт менән йондоҙ төшөрөлгән махсус билдә йөрөтә. Күләмле сарала йәш шайморатовсылар ҙа ҡатнашты.
«Йәш армия» хәрәкәте Рәсәйҙә 2016 йылда ойошторолғайны, бөгөн 85 төбәктә штабы булдырылған, йәмәғәт ойошмаһы миллиондан ашыу уҡыусыны берләштереүе лә билдәле. Сафҡа 8 йәштән 18 йәшкәсә теләгән һәр уҡыусы инә ала. Хәйбулла районындағы бүлексә етәксеһе Таһир Ишемғолов билдәләүенсә, йәш армеецтар мәктәбен үтеүселәрҙең күбеһе хәрби булырға теләй.



