Был ғаиләләргә эш урынын һаҡлау, кредиттар буйынса льготалар, торлаҡ-коммуналь түләүҙәр һәм башҡа социаль префенцияларға бәйле федераль гарантияларға өҫтәп, 30-лап ярҙам төрө ҡаралған.
Был туралағы күрһәтмәгә 11 октябрҙә Радий Хәбиров ҡул ҡуйғайны. Ярҙам саралары балалар баҡсаһына сиратһыҙ урынлашыу, мәктәпкәсә учреждениелағы бала өсөн түләүҙе ғәмәлдән сығарыу, 3 йәшкә тиклемге балаларҙы махсус аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, балалар лагерҙарына бушлай путевкалар биреү, уҡыусылар һәм студенттарҙы йылы аш менән тәьмин итеүгә ҡағыла.
Хәрбиҙәрҙең өлкән йәштәге һәм инвалид туғандары өйҙә социаль хеҙмәттәр менән бушлай файҙалана ала. Мобилизация буйынса саҡырылыусыларҙың ғаиләләренә «Жилстройсбережение» программаһы шарттары йомшартыла, Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды аша баҙар хаҡына ҡарағанда арзаныраҡҡа фатир алыу мөмкинлеге булдырыла. Хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында тулы мәғлүмәтте 8 (800)-201-89-03 телефоны аша белергә мөмкин.
Гөлдәриә Йосопова






