Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтте.
«Торатау» конгресс холында дәүләт наградаларын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тапшырҙы, почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары бөтәһе 200-гә яҡын кешегә тапшырылды.
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, ябай механизаторҙар ҙа, һауынсылар ҙа, билдәле хужалыҡ етәкселәре лә. Һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы, оҙаҡ йылдар арымай-талмай тыуған төйәгендә хеҙмәт итә.
Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә, йыл ер кешеһе өсөн уңышлы килгән. Яҙ ямғырҙар яуып ер дымға туйыныу сәбәпле иген дә, бесән дә уңған. Быйыл бураларға һуңғы йылдарҙа булмаған рекордлы уңыш – 5 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һалынған. Эшләгән кешегә эш ҡарышмай, тырышырға ғына кәрәк, ти ер хужалары.
Хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы бөгөн Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында ла үтте. Был залда дәүләт наградалары 50-нән ашыу кешегә тапшырылды.
Бүләкләнеүселәрҙе Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тәбрикләне. Ул бураларға мул уңыш һалған ялан батырҙарына рәхмәт белдерҙе. Тармаҡтағы яңылыҡтар менән таныштырып үтте.
Максим Забелин әйтеүенсә, республикала ауыл хужалығы предприятиеларының техника паркын яңыртыу һөҙөмтәле бара, быйыл 9 миллиард һумға 2 мең берәмектән ашыу ауыл хужалығы техникаһы алынған. Был үҙ сиратында күрһәткестәрҙең яҡшырыуына йоғонто яһай.
Бүләкләнеүселәр ҙә һуңғы йылдарҙа эш шарттарының яҡшырыуын иҫбатлай. Әммә шуға ҡарамаҫтан кадрҙарға ҡытлыҡ бар, йәш белгестәр ауыл еренә әҙ килә.
Рәмзиә Кәримова






