Шуға өмөтләнергә була, сөнки республикала «Башҡортостан транспорты» берҙәм интернет порталы эш башланы. Порталда автобустар теҙмәһе һәм уларҙың маршрут буйлап йөрөүен реаль ваҡытта күҙәтергә мөмкин. Төбәктә транспорт системаһындағы яңылыҡ тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Ҙур экран һәм унда бөжәк һымаҡ ҡына ҡуҙғалыусы билдәләр – маршрут автобустары. Уларҙың ниндәй йүнәлештә барыуы, ҡайҙа туҡтап тороуы ап-асыҡ күренә. Һәр оператор алдында ла шундай уҡ электрон карта һәм программа эшләй.
Автобус үҙ йүнәлешенән сит юлға төшһә, йә ватылып ултырһа, башҡа сәбәптән маршруттан сыҡһа, программа үҙе үк иҫкәртә.
Төбәк мәғлүмәт системаһында автобустарҙың эшмәкәрлеге ГЛОНАСС һәм GPS ярҙамында көйләнә.
«Башҡортостан транспорты» программаһында әле «Башавтотранс» предприятиеһы һәм шәхси пассажир ташыусыларҙың автобустары тураһында мәғлүмәт индерелә. Порталды ойоштороусылар билдәләүенсә, шәхси пассажир ташыусы ойошмалар мәғлүмәт еткерергә ашығып бармай, йә ул дөрөҫлөккә тап килмәй.
Үҙәктә тупланған мәғлүмәт туҡталыштарҙағы электрон таблола сағыла. Өфөләге «Аҡыллы туҡталыштар»ҙың таблолары әле башҡа төбәктә эшләнгән система менән мәғлүмәт бирә. Яңы төр табло Өфөлә бер генә урында, элекке «Хрусталь», хәҙерге «Уралсиб банкы» туҡталышында һынау өсөн ҡуйылған.
Экранда пассажир транспортының ҡаланың ҡайһы урында барыуы, туҡталышҡа килеп етәсәк ваҡытын, күпме ваҡыт көтөргә кәрәклеге яҙыла.
Электрон таблоларҙы яңы системаға тоташтырыу яңы йылға тиклем тамамланырға тейеш. Әлегә «Башҡортостан транспорты» порталының мобиль ҡушымтаһы юҡ, ул да эшләнә, ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре. Ҡушымта ярҙамында кеҫә телефонында шәхси маршрут төҙөп тә буласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева






