Иман йортон асыу тантанаһында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин да ҡатнашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
«Мостафа» мәсете Саҡмағош ауылының Кооператив урамында урынлашҡан. Элегерәк был бинала сауҙа-хеҙмәтләндереү үҙәге булһа, хәҙер ул Иман йортона әүерелде. Район үҙәгендә тағы ла бер мәсет булдырыу башланғысы менән Илдус Шәрипов сыҡҡан булған. Изге ниәтте урындағы халыҡ та хуплаған.
Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин байрам сараһында ҡатнашып, иман йортон асыуҙа ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. . Дин әһелдәре изге бурысты үтәп, йәшел таҫманы ҡырҡҡас Иман йортонда тәүге намаҙ, вәғәз уҡылды.
Тәлғәт Тажетдин Саҡмағош районы Ҡарайерек ауылы мәсете эшмәкәрлеге менән дә танышты. Иман йорто ун биш йыл элек урындағы колхоз ярҙамында төҙөлгән. Бында мосолман байрамдары, дини уҡыуҙар даими ойошторола. Имам-хатип Хәлим Исмәғилев бина эсендә күләмле ремонт эштәре ойоштороуға ла ирешкән. Быйыл зәңгәр яғыулыҡ үткәрелгән.
Мәсеттә октябрҙән апрелгә тиклем йәкшәмбе мәктәбе ойошторолған. Дингә яҡынайыусылар дәрестәрҙә Ислам ҡанундарын, Ҡөръән эстәлеген, дин тәғлимәттәрен өйрәнә.
Гөлназ Хәйбуллина






