Проект сиктәрендә республика балалар клиник дауаханаһында «Матурлыҡ бүлмәһе» булдырыла. Ирекмән-парикмахерҙар стационар шарттарында балаларға һәм әсәләргә сәстәрен тәрбиәләргә ярҙам итәсәк.
Татьяна Овсянникова, «Изгелек парикмахеры»социаль проекты етәксеһе
Өфө ҡала хакимиәте беҙҙең эштә ике грант менән ярҙам итте. Тәүгеһе Никольский вокзал ҡорамында йортһоҙҙарға парикмахер салонын, ә икенсеһе Респулика балалар клиник дауаханаһында балаларҙы һәм әсәлекте яҡлап» Матурлыҡ бүлмәһен» асыуға.
«Матурлыҡ бүлмәһе» нә старт «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгендә бирелде. Проекттың презентацияһы балалар, ата-әсәләр, власть һәм социаль институт вәкилдәре һәм республика балалар клиник дауаханаһы табиптары ҡатнашлығында үтте. Сарала Өфө һөнәрселек һәм сервис колледжынан өс тиҫтәгә яҡын иремән-студенттар ҡатнашты.
Өфөлә парикмахер-стилист Татьяна Овсянникова башланған изге проектҡа Рәсәй ҡалалары парикмахерҙары ла ҡушылған. Сергиев Посад, Мәскәү, Мурманск, Тобольск, Төмән ҡалаларында «Изгелек парикмахеры» ирекмәндәр хәрәкәте старт алған.
Гүзәл Борханова






