Бөгөн Арыҫлан Хәлимбәков тәрбиәләнеүселәре Брянскиҙың «Динамо» клубы менән осрашты. 9-сы минутта Эгаш Касинтура индергән туп Башҡортостан командаһына 1-0 иҫәбе менән уңыш килтерҙе.
Яҡташтарыҙҙың Рәсәй кубогындағы киләһе дәғүәсе бөгөн асыҡлана. Ә инде беренсе лиганың даими чемпионаты сиктәрендә «Өфө» клубы сираттағы уйынын 6 ноябрҙә үткәрә. Был көндә баш ҡалаға Түбәнге Каманың «Нефтехимиг»ы килә.



