Башҡортостан халҡы этнографик белемен һынай ала

Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Ҙур этнографик диктант уҙғарыла. Акцияға старт «Торатау» конгресс-холында бирелде. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы «Халыҡтар күп – илебеҙ берәү» исеме аҫтында башланды. Быйыл етенсе тапҡыр ойошторолған “Ҙур этнографик диктант” 8 ноябргә тиклем бара. Диктанттың тәүге көнөндә үҙенең этномәҙәни белем кимәлен тикшерергә теләүселәр “Торатау” конгресс холына йыйылды.

Бында баш ҡалала ғына түгел, Башҡортостан райондарында йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре һынау тотто.

Йылдағыса, «Ҙур этнографик диктант” һынауҙарын үтеү өсөн мирэтно.ру сайтына инергә кәрәк. Диктант тест формаһында. Ундағы 20 һорау барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн берҙәм булһа, ҡалған 10 һорауы Рәсәйҙең һәр субъекты өсөн айырым төҙөлгән. 30 һорауға ла дөрөҫ яуап биргән осраҡта 100 мәрәй йыйырға мөмкин. Яҙма эш өсөн 45 минут ваҡыт бирелә.

«Ҙур этнографик диктантты” мирэтно.ру сайтында яҙыусыларға эште тамамлау менән электрон вариантта сертификат килә. Шунда уҡ һөҙөмтә лә күрһәтелә. Ҡатнашыусылар дөрөҫ яуап һәм сығанаҡтарға һылтанма менән тарихи белешмә алыу мөмкинлегенә эйә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостан ил төбәктәре араһында “Ҙур этнографик диктант”та ҡатнашыусылар һаны буйынса беренсе урын яулағайны . Акцияла барлығы 341 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Быйыл был рекордты уҙыу күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ