Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы халҡына – яңыртылған клуб

«Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә мәҙәниәт усағында үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының ижадын үҫтереү, физик сәләмәтлеген нығытыу өсөн шарттар булдырылды.

2017 йылда старт алған проект ярҙамында республика район-ҡалаларында 107 мәҙәниәт объекты заман талаптары буйынса төҙөкләндерелгән. Программаның үтәлеше хаҡында Иҫке Сибай ауылы клубы миҫалында.

Косметик ремонт, яңы сәхнә кейемдәре һәм шаршауҙар. Заманса яҡтыртыу ҡорамалдары, тауыш көсәйтеү аппаратураһы, мультимедиялы экран. Ауыл клубының яңырыуы «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектының грант иҫәбенә башҡарылды.

Бынан ярты быуат элек асылған, капиталь ремонт күрмәгән клуб күптән төҙөкләндереүгә мохтаж ине. Хәҙер иһә заманса бинала төрлө йүнәлештәрҙә эшләгән тиҫтәләгән халыҡ ансамблдәре тағы ла дәртләнеп эшкә тотондо.

Ауыл мәҙәниәт йортонда яңы залдар ҙа барлыҡҡа килде. Ижад бүлмәләренә, тренажер, аэробика, фитнес һәм бейеү залдарына һәр кем килеп шөғөлләнә ала. Балалар өсөн дә уйнап, йәнһүрәт ҡарау өсөн шарттар булдырыла. Шашка-шахмат мөйөшө, теннис һәм аэрохоккей, бильярд өҫтәле тәүге көндә үк үҙенә халыҡты йәлеп итте.

«Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты халыҡты мәҙәни тормошҡа йәлеп итеү, уларҙың ялын төрлөләндереү, йәш таланттарҙы асыу һәм уларҙы артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән. «Берҙәм Рәсәй» партияһының федераль проекты менән быға тиклем райондың халыҡ ижады үҙәге төҙөкләндерелә. Яңы һулыш алған Иҫке Сибай клубы ла киләсәктә ауылдың мәҙәни үҙәгенә әүерелер, урындағыларҙың рухи аҙыҡ сығанағы булып ҡалыр.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ