«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы менән Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы тарафынан берлектә ойошторолған бәйге ҙур Гала-концерт менән тамамланды. Финалда ҡатнашыусылар башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен Милли симфоник оркестр оҙатыуында башҡарҙы. Тамашасыларҙың һөйөүен яулаған йәш таланттарҙың сығышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
Өфөнөң иң ҙур сәхнәһенә сығып, баш дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендә Милли симфоник оркестр менән бергә сығыш яһау - йәш музыканттарҙың күптәнге хыялы булған. «Тамыр» телеканалы ойошторған «Елкән» телевизион конкурсында ҡатнашыуға быйыл 186 ғариза килгән, һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеүселәр исемлегендә - ун ике финалист. Балаларҙың башҡорт классик көйҙәрен башҡарыу оҫталығын республика һәм донъя кимәлендә танылған билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре баһаланы.
Бәйгенең маҡсаты - башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренә йәш музыканттар башҡарыуында заманса һулыш биреү.
Оркестр менән бергә уйнауға махсус партитуралар әҙерләнә. Азамат Аҙнағолов, Урал Иҙелбаев ижад иткән өр-яңы әҫәрҙәр ҙә тап Гала-концертта яңғыраны. Финалда еңеүселәр ҡыллы, тынлы, халыҡ музыка ҡоралдары, фортепиано номинацияларында билдәләнде.
Конкурстың төп еңеүсеһе лә билдәләнде. Гран-приға Самира Әлиуллина лайыҡ булды. Йәш музыкант Өфөнөң урта махсус музыка колледжында белем ала. Уңыш сере ябай булыуын билдәләй. Ни бары тырышлыҡ ҡына кәрәк.
«Елкән» конкурсы тағы ла яңы исемдәр асасаҡ. Бәйгене ойоштороусылар сираттағы һайлап алыу этаптарына анонс яһаны. Йәш һәләттәргә ҙур сәхнәгә сығыуға яңы мөмкинлектәр асыла.
Гөлназ Хәйбуллина



