Берҙәм эш һөҙөмтәһе. Ауырғазы районы Балыҡлыкүл ауыл биләмәһендә йәшәүселәр төбәк мәсьәләләрен бергәләп хәл итергә тырыша. Республика, федераль кимәлдәге проекттарҙа ҡатнашып улар төрлө социаль объекттарҙы төҙөкләндерә. Быйыл Наумкин ауылы халҡы мәҫәлән, мәҙәниәт йорто түбәһен яңыртыуға өлгәшкән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ауырғазы районы Наумкин мәҙәниәт йортоноң, ғөмүмән, буш торған көнө юҡ. Башлыса мордва һәм сыуаш халҡы күпләп йәшәгән ауылда туғандарса мөнәсәбәт тантана итә. Шуға ла барлыҡ байрам саралары ла тиерлек бергә үтә. «Киленйе», йә иһә «Ҡайынлыҡ» фольклор ансамбле тураһында тотош китап яҙырлыҡ.
Өҫтәүенә, ауыл мәҙәниәт йортоноң төҙөк булыуы ла мөһим роль уйнай. Был йәһәттән Наумкин халҡы әүҙемлеге менән алдыра. Йыл да республика, федераль проекттарҙа ҡатнашып еңеү яулай. Үҙҙәре йыйған аҡсаға, финанс ярҙам ҡушып былтыр тәҙрә, йылылыҡ селтәрҙәрен алыштырыуға өлгәшһә, быйыл йәй бина түбәһе яңыртыла.
Наумкин ауылында, ғөмүмән, йыл да төрлө объекттар төҙөкләндерелә. Күптән түгел ауыл халҡы хөкүмәт ярҙамы менән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған һәйкәл һәм обелиск ремонтлана. Шулай уҡ эргәләге биләмә тәртипкә килтерелә. 2016 йылдан алып Балыҡлыкүл ауыл советы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итә.
Ауылда бөгөн дә башҡараһы эштәр бар. Шуға ла Балыҡлыкүл ауыл советы биләмәһе быйыл да махсус проекттарға ҡатнашырға заявка биргән.
Азат Ғәлиуллин






