Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Барыһы ла Еңеү өсөн» тип исемләнгән хәйриә проекты сиктәрендә Өфөнән эшҡыуар Григорий Грыбиняк 12-се айырым инженер бригадаға «Уаз» «буханка»һын тапшырҙы.
Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт батальондарына битараф булмаған граждандар көсө менән һатып алынған биш «Нива» ла оҙатыла. «Алғы һыҙыҡ»тағыларға күрһәтелгән мәрхәмәтлек сараһы тураһында киләһе яҙма.
Машина техник яҡтан төҙөк, хужаһына ышаныслы хеҙмәт иткән. «Уаз» буханкаһында Григорий Грыбиняк башлыса балыҡ тоторға йөрөгән. Юлһыҙлыҡта был транспорт сараһына тиңдәр юҡ тиерлек. Әммә ни тиклем генә ҡәҙерле булмаһын, машина менән хушлашырға ваҡыт. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Григорий Михайлович «Тимер ат»ын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә тапшырырға ҡарар иткән.
Машина «алғы һыҙыҡ»тағыларға буш бармаясаҡ. Эшҡыуарҙың дуҫтары гуманитар ярҙам йыйған. Исемлек буйынса йылы өҫ һәм аяҡ кейемдәре, көнкүреш, медицина кәрәк-яраҡтары туплана. Салонда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Хәйриә акцияһы сиктәрендә ҡабул ителгән посылкаларға ла урын етә. Төбәк йәмәғәт хәрәкәте активистары ярҙамында машина 12-cе айырым инженер бригада урынлашҡан хәрби часҡа оҙатылды. Внедорожник тиҙҙән яҡташтарыбыҙға ярҙамға - алғы һыҙыҡҡа оҙатыла.
Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе активистары билдәләүенсә, хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам даими күрһәтелә. Башҡортостанда йәшәүселәр «Барыһы ла Еңеү өсөн» тип исемләнгән Хәйриә проектына ҡушыла ала. Мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашырға теләүселәр өсөн махсус куар-код та булдырылған.
Төбәк сиркәүҙәре, монастырҙарында ғибәҙәт ҡылыусылар ярҙамы менән Шайморатов һәм Доставалов батальондары хәрбиҙәренә биш «Нива» автомобиле лә һатып алынған. Транспорт саралары техник яҡтан тулыһынса хеҙмәтләндерелгән. Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә улар Өфө буйлап автоуҙышта ҡатнашты. Күләмле сара Башҡортостан Митрополияһы менән берлектә уҙғарылды.
Автомобилдәр менән юлға сығыусылар Өфө сиркәүҙәренең береһендә фатиха алды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға «Нива» автомобилдәре менән бергә дини атрибуттар ҙа оҙатыла. Мәрхәмәтлек сараһы артабан да дауам итәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина






