«Тәмле. Беҙ бергә» тапшырыуы Башҡортостан буйлап сәйәхәткә саҡыра.
Ләкин ғәҙәти туристик маршруттар урынына, республика халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һәм милли аш-һыу рецептары менән яҡындан танышыу ҡаралған. Һәр тапшырыу – Башҡортостан райондарында йәшәүсе айырым бер этносҡа бағышланған.
«Тәмле. Беҙ бергә» проекты Башҡортостан Башлығы гранты һәм Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Тапшырыуҙы һәр шәмбе БЮТ-та ҡарағыҙ.
Әлфинә Килдейәрова



