Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләре аша «Башҡортостан продукты» проекты дипломанттары менән таныштыра. Бөгөн ул Мәләүездән Аҡтирмән компанияһы тураһында яҙып сыҡты.
Предприятиеға ирле-ҡатынлы Заһир Шакир улы менән Рима Сәйфетдин ҡыҙы Күлбаевтар нигеҙ һалған. Заһир Шакир улы етештереү өсөн яуаплы, технологияларҙы үҙләштерә, яңы ҡорамалдар һайлай, уның эшен күҙәтә. Рима Сәйфетдин ҡыҙы әҙер продукцияны һатыуға сығара.
Ғаилә предприятиеһы 11 йыл дауамында иген культураларын эшкәртеү менән шөғөлләнә. Башта улар он, макарон изделияларын сығарҙы. Әле «Аҡтирмән» шыттырылған игендән төрлө продукция тәҡдим итә. Тәбиғи коктейлдәр, ҡоро смузи, әҙер бутҡалар, боронғо рецепттарға нигеҙләнгән милли продукт- талҡан, барыһы ла юғары сифатлы тип яҙа Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә.
Предприятие менән 500-ҙән ашыу компания хеҙмәттәшлек итә. Продукция эре сауҙа селтәрҙәре, экомагазиндар, маркетплейстар аша һатыла. Сауҙа географияһы Башҡортостандың ҡалалары, эре федераль үҙәктәр. Ҡаҙағстан менән бәйләнеш булдырылған.
«Аҡтирмән» компанияһының продукцияһына ихтыяж булыуы, предприятиеның үҫешеүе һәм уның хеҙмәткәрҙәренең киләсәккә өмөт менән бағыуына сикһеҙ шатмын тип белдергән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында.






