Өфөлә янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса рейдтар үтә

Көндәр һыуытыу менән шәхси йорттарҙа янғын осраҡтары йышая. Ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында махсус хеҙмәттәр йәмәғәт хәүефһеҙлеге һәм «Ғаилә» ресурс үҙәктәре менән берлектә профилактик саралар уҙғара. Октябрь районында ойошторолған рейд барышын БЮТ ижади төркөм лә күҙәтте.

Шәхси секторҙа йәшәүселәр шәмбе иртәһендә ишек шаҡыуға уянды. Ял көнө булыуын файҙаланып, инспекторҙар хужаларҙың һәр береһен тап итергә тырыша. Әммә көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы барыһы ла күрергә ашыҡмай. Шуға ла рейдта ҡатнашыусыларҙы күберәк бикле ҡапҡалар йәки уҫал эттәр ҡаршы ала.

Белгестәр әйтеүенсә, һалҡын көндәрҙә янғын сығыу ихтималлығы юғары. Сөнки йылытыу ҡоролмалары күпләп ҡулланыла. Әммә барыһы ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотмай. Рейд барышында инспекторҙар халыҡты айырыуса һаҡ булырға, өйҙән сыҡҡанда электр приборҙарын һүндереп йөрөргә кәңәш итә. 

Октябрь районындағы был өйҙәр зәңгәр яғыулыҡ менән йылытыла. Шулай ҙа һәр ихатала тиерлек мунса бар. Рейд ваҡытында инспекторҙар йыуыныу урындарын да иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Сөнки мейестәргә лә талаптар юғары булырға тейеш. Миҫал эҙләп йыраҡ китәһе түгел. Уҙған төндә Өфө районы Глумилин ауылындағы мунсаларҙың береһендә көслө янғын сыҡты.

Рейд барышында йорт хужаларына кәңәштәр еткерелә. Ут сыҡҡан осраҡта ниндәй телефон һандары буйынса шылтыратырға кәрәклеге иҫтәренә төшөрөлә. Инспекторҙар шулай уҡ өйҙәргә янғынды иҫкәртеү приборҙарын ҡуйырға тәҡдим итә.

Белгестәр билдәләүесә, даими ойойшторолған профиликтик рейдтар үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, быйыл уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда янғындарҙа һәләк булыусылар 43 кешегә кәмегән. Әммә был тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмау оло фажиғәгә килтереүе ихтимал.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ