Бөгөн Өфөнөң Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты уҡыусылары Һамар ҡалаһына юлланды. Яҡташтарыбыҙ Волга буйы федераль округына ҡараған кадет корпустары менән бергә Хәтер парадында ҡатнаша. Төркөм 53 кадеттан тупланған. Парад Һамарҙа 7 ноябрҙә үтәсәк. Егеттәрҙе юлға БЮТ ижади төркөмө лә оҙатты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Буласаҡ хәрбиҙәрҙең көнө режим буйынса, ашханаға барыуҙың да, дәрескә йөрөүҙең дә, хатта йоҡларға ятыуҙың да ваҡыты билдәле. Әммә бөгөн иртәнге аш алғараҡ күсерелгән, алыҫ юлға сығыр алдынан нығынып алыу ҡамасауламай. Егеттәрҙең кәйефе яҡшы, Парадта ҡатнашыу хәрби әҙерлекте тикшереүҙең иң яҡшы алымы булып тора, ти улар.
Өфөнөң Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты Башҡортостанда уҙған парадтарҙа, хәрби-патриотик саралаҙа даими ҡатнаша. Ильяс Латипов Өфө ҡалаһынан, кадет корпусында өсөнсө йыл уҡый. Киләсәктә хәрби летчик булырға хыялланған егет Һамарҙағы Парадҡа етди әҙерләнгән.
Һамарҙағы Хәтер парады 12-се тапҡыр ойошторола, ул 1941 йылда ҡалала үткән Парадтың реконструкцияһы. 81 йыл элек был сарала 25 мең хәрби һәм 150 мең ябай халыҡ ҡатнаша. Башҡортостан кадеттары Хәтер парадында йыл һайын бара. Белем усағы етәкселәре әйтеүенсә, сараға ныҡлы әҙерлек үткән өлкән синыф уҡыусылар һайлап алына, шуға күрә махсус күнекмәләр ҙә талап ителмәй. Уҡыусылар, был сәфәрҙе көтөп ала, ти улар.
Һамарҙағы Парад 7 ноябрҙә үтә. Күләмле сарала Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре кадеттары ла ҡатнаша. Уҡыусыларға бай йөкмәткеле экскурсия программаһы ла әҙерләнгән. Яҡташтарыбыҙ сәфәр барышында Һамарҙың иҫтәлекле урындары менән танышырға, музей-театрҙарҙы ҡарарға ниәтләй.
Рәмзиә Кәримова



