8-10 ноябрҙә Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форум-күргәҙмәһе ойошторола

Реабилитация һәм инклюзияла иң яҡшы тәжрибәләр. 8-10 ноябрҙә Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форум-күргәҙмәһе ойошторола. Ул реабилитация өлкәһендәге республикала үткәрелгән иң күләмле сараларҙың береһе.

Программаға ярашлы, форумда илдең 7 төбәгенән 70-тән ашыу белгес ҡатнашыуы көтөлә. 3 тиҫтәнән ашыу фекер алышыу майҙансығы, түңәрәк өҫтәлдәр һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Проект һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең белемен арттырыу, инвалид балалар һәм өлкәндәр өсөн абилитация системаһы шарттарын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ