Өфөлә Башҡортостан урмансылары паркында «Йүгерек башмаҡтар» ярышы үтте

Скандинав таяғы менән йөрөүселәр араһында ул унынсы тапҡыр ойошторола. Спорт сараһына баш ҡала һәм республиканың дүрт төбәгенән йәйәүлеләр йыйылды. Ярышты БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева күҙәтте.

Көҙгө һыуыҡ иртәлә улар йылы юрған аҫтында ятмай. Йөҙҙән ашыу спортсы скандинав таяҡтарын алып ярышҡа килгән. Ҡатын-ҡыҙҙар 2 ярым, ә ир-егеттәр биш саҡырым үтә.Старттан бер юлы түгел, сиратлап сығалар.

Ярыш шарттары ябай. Дистанцияны скандинав аҙымы менән ҡағиҙәне боҙмай ғына атлап үтергә кәрәк. Йүгереү тыйыла. Был турала һәр ҡатанашыусыға беркетелгән чип хәбәр итәсәк. Унан, юл буйлап ирекмәндәр ҙә күҙәтә.

 Бындай ярышты беҙ ун дүрт йыл элек үк башлағайныҡ. Йылдың һәр миҙгелендә ойошторабыҙ. Ҡатнашыусылар араһында йөҙ кешенең туҡһаны ҡатын-ҡыҙҙар.

Рөстәм Камалетдинов, Өфөнөң Совет районы спорт комитеты рәйесе

Үҙҙәре улар таяҡтарында ниндәйҙер тылсым күрә. Сөнки тап скандинав таяҡтары урамға саҡырып тора, һаулыҡты нығытырға ярҙам итә- таяҡ менән дуҫлашҡандар араһында ҡан баҫымын көйләүселәр ҙә бар. Аралашырға, дуҫтар табырға ярҙам итә, клубтарға ла берләшәләр.

Йүгерек башмаҡтар ярышы өс йәш категорияһы буйынса үтә. Ҡатаншыусыларҙың күбеһе өлкән быуын. Эксперттар иһә скандинав таяғы менән хәрәкәтләнеүҙең һәр кемгә файҙаһы тураһында билдәләй.

Ярыш аҙағында иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә килеүсе еңеүселәргә приздар тапшырылды. Ә иң ҙур бүләк ул әлбиттә әүҙем уҙғарған ял, күтәренке кәйеф.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ