Ауыл эшсәндәре республиканың аҙыҡ-түлек именлеген тулыһынса тәьмин итә. Табынға ҡуйылған төп ризыҡ төрҙәре Башҡортостанда етештерелә. Өфөлә ойошторолған көҙгө муллыҡ йәрминкәләре быға асыҡ дәлил. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Лиза Саттарова Эшсе хәбәрселәр урамындағы майҙанда көҙгө йәрминкәләр асылыу менән һатыу итә. Благовар уңғандары 4 гектар майҙанда кәбеҫтә үҫтерә. Ҡалған ерҙәрҙә фермерҙар кишер, сөгөлдөр, һуғандан мул уңыш алып һатыуға сығара. Иртә менән баҙарға сыҡҡан уңғандар бөтә тауарын тиерлек һатып бөтә, сөнки уларҙың даими һатып алыусылары бар.
Бында ойошторолған йәрминкәнең төп үҙенсәлеге - йәшелсә-емештәргә хаҡтарҙың сағыштырмаса арзан булыуында.Сауҙа рәттәре лә заманса һәм кешеләр йәшәгән йорттарҙан артыҡ алыҫ түгел. Был бигерәк тә хаҡлы ялдағылар өсөн уңайлы.
Хаҡлы ялдағы ауыл кешеләре лә тик көҙгө миҙгелдә мул табыш алырға ынтыла. Клара һәм Вәрис Ғарифуллиндар баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Көҙгө йәрминкләрәгә ҡабаҡ, сөгөлдөр файҙалы ризыҡтарҙан тыш, тәбиғәттә үҫкән шифалы емештәр ҙә тәҡдим итә.
Ҡош-ҡорт үҫтереүселәр былтыр ҡоролоҡ булыу сәбәпле бер тәүлеклек бәпкәләрҙе ҡиммәтерккә һатып алған,ҡош-ҡортҡа комбикормға ла хаҡтар артыуын билдәләй. Әммә Альбина Мансурова кеүек йөҙәрләгән бройлер тауыҡтары, күпләп күркә үҫтереүселәр быйыл да мул табыш алырға ниәтләй.
«Тыуған ерем Башҡортостан» тип аталған йәрминкәлә шәхси хужалыҡ тотоусылар һыйыр итенең килограмын 480-550 һумдан тәҡдим итте. Айһылыу Ниғмәтуллина үҙебеҙ үҫтергән малдан алынған иттең сифатына гарантия бирәбеҙ, ти.
Йәрминкәлә халыҡ фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтарҙа үҫтерелгән ауыл хужалығы продукцияһының теләгәнен һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Оҙаҡламай ит йәрминкәләре лә әүҙем эшләй башлаясаҡ, ти ойоштороусылар.
Йәрминкәлә сәләмәтлекте нығытыу өсөн дарыу үләндәрен дә һатып алырға мөмкин. Минең ҡулымдағы бөтнөктө тын юлдарын дауалағанда ҡулланалар. Ә ҡара торманы йүтәлде баҫыу өсөн халыҡ табибтары бал менән бергә ҡушып ҡулланырға тәҡдим итә. Йәрминкәлә ҡара торманың килограмын йөҙ һумдан һатып алырға мөмкин ине.
Гүзәл Борханова



