Ирекмәндәр мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам итә

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы активистары мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеүен дауам итә. Улар өлөштәлә мобилизацияла ҡатнашыусы ирҙең оло йәштәге әсәһенә аҙыҡ-түлек алып килде. Шулай уҡ йәштәр йоҡо бүлмәһендә ремонт эштәренә тотондо.

Тәүҙә ирекмәндәр стеналағы обойҙарҙы аҡтарҙы, стенларҙы, түбәне йыуҙы. Штаб активистары бер аҙҙан обойҙы ла йәбештереп ҡуйырға ниәтләй. Байрам уңайынан шулай уҡ ярҙамға мохтаж ғаиләләргә аҙыҡ-түлек таратылды.

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсе ғаиләләр бар. Аҙна һайын ирекмәндәр менән ярҙамға сығабыҙ - кемдер бала менән ултырып торорға һорай, бер өләсәйгә баҡсаһын ҡаҙып бирҙек, аҙыҡ-түлек алып барабыҙ. Ниндәй генә һорау булмаһын, хәл итергә тырышабыҙ.

Алһыу Юлмөхәмәтова, М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы вәкиле
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ