Гуманитар ярҙам туплап, ылауҙы оҙатыуға булышлыҡ итеүселәр бүләкләнде

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт батальондарына гуманитар ярҙам туплап, ылауҙы оҙатыуға булышлыҡ итеүселәргә - Рәхмәт хаттары. Бөгөн Өфөлә Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин мәрхәмәтлек сараһында әүҙемлек күрһәткән 27 кешене тәбрикләне.

Бүләкләнеүселәр араһында эшҡыуарҙар, ҡотҡарыусылар, фура водителдәре һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар. Изге эштәрҙе ҡеүәтләгән замандаштырыбыҙ билдәләүенсә, хәрбиҙәргә терәк булып, тыуған яҡ сәләме - посылкалар еткереү - үҙе бер яуаплы бурыс.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам туплауға халыҡ дәррәү ҡушылды. Республика эшҡыуарҙар берләшмәһе айырыуса әүҙемлек күрһәтә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ