«Мин ҡояшҡа китеп барам». Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында талантлы яҡташыбыҙ - шағирә,журналист,тәржемәсе Лилиә Ҡәйепова ижадына арналған кисә үтте. Сарала китапханасылар, шағирәнең туғандары,яҡындары, уның ижадын үҙ итеүселәр ҡатнашты.
Лилиә Ҡәйепова 1962 йылда Баймаҡ районы Йомаш ауылында тыуған. Ул күптәргә Һаҡмар псевдонимы аҫтында таныш. Тәүге шиғырҙарын, мәҡәләләрен тыуған ауылында уҡығанда уҡ ижад итә. «Йондоҙ ҡуҙы» тип аталған тәүге китабы иһә 1993 йылда донъя күрә.Ул һәр әҫәрендә тейерлек кешеләрҙең күңел матурлығын данлай, изге хисле һәм ғәҙел булырға саҡыра. «Лилиә Һаҡмар үҙе лә бала саҡтан ихлас ярҙамсыл,аҡыллы булды,әле лә ошондай яҡшы сифаттарға эйә» -,ти класташы,бер парта артында ултырыусы Нур Солтангәрәев.
Осрашыу барышында сарала ҡатнашыусылар Шиғриәт, Йырҙар, Проза, Драматургия, Тәржемә, Сатира һәм Юмор, Журналистика утрауҙарына сәйәхәт ҡылды. Лилиә Ҡәйепованың шиғырҙары яңғыраны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар йырланды. Йомаш артистары Лилиә Ҡәйепова ижад иткән «Марста тормош бармы» исемле сатирик драманы сәхнәләштерҙе.
8 әҙәби китап,7 пьеса,төрөк һәм әзербайжан теленән башҡортсаға өс тиҫтәнән ашыу шиғри тәржемә авторы булған яҡташыбыҙ, Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты Лилиә Ҡәйепова менән осрашыуҙан һәр кем рухи аҙыҡ алды. Теленең халыҡсанлығы, ябайлығы,фекерҙәренең тәрәнлеге әҫәрҙәренең әлеге йәшәйеш проблемалары менән һуғарылыуы - Лилиә Һаҡмар ижадын халыҡҡа яҡын һәм уҡымлы итә.
Альбина Байегетова



