Оҫтаның үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡоролмаһы ваҡытты ғына түгел, ә көстө лә сарыф итмәҫкә мөмкинлек бирә. Ауыл «Кулибины» менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Рәхимйән Саҙрыевтың бер әйбере лә буш ятмай, ә хужалыҡта ярҙам итә. Ҙур булмаған мотор менән редуктор бал ҡортарын тәрбиләүгә ҡулайлаштырып алына. Ергә тәүге ҡар ятыу менән умарталарҙы 3 метр тәрәнлектәге баҙға төшөрөү хәҙер ҙур мәсьәлә түгел. Бер умартаның ауырлығы 30-40 килограмға тиклем етә ала, ә бында уларҙың һаны 40-ҡа яҡын.
Рәхимйән Саҙрыев йәш сағынан алып оҫта ҡуллы. Тәүҙә ағас эшкәртеү станоктары эшләһә, аҙаҡ мебель заводы хеҙмәткәре булараҡ төрлө һөнәр өлкәһендә үҙен һынап ҡарай. Пенсияға сығыу менән Рәхимйән Мәғәрүф улы хужалыҡ эшен еңелләштереүсе ҡоролмалар яһай башлай. 40 йылдан ашыу бал ҡорттары үрсеткән умартасы бал һығыу аппаратын да автоматлаштыра. Элеккесә ҡул менән әйлнәдереп торорға түгел, ә ҡабыҙыу өсөн бер төймәгә баҫыу ҙа етә.
Сиратта - сәләмәтлекте нығытыу өсөн тренажер эшләү. Инвентарь космонавтарҙы әҙерләүсе центрифуганы хәтерләтәсәк. Алыҫ араға осоу планлаштырылмаһа ла, аппарат ҡан әйләнешен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
75 йәшлек оҫта ҡулдан яһалған техника рәтен тағы ла яңы әйберҙәр менән тулыландырырыу өсөн яңы идеялар менән янып йәшәй.
Әлфинә Килдейәрова



