Ҡорам һәм сиркәүҙәргә йөрөгән диндарҙар аҡсаһына биш транспорт һатып алынған. Автомобилдәр Рәсәй Геройҙары Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ирекле батальондарға ебәрелә. Быға тиклем республикалағы аҙыҡ-түлек эшкәрткән ойошмаларҙың береһе доброволецтар өсөн дүрт “УАЗ” машинаһы һатып алып бирҙе.







