Ғәҙәттән тыш хәл Федоровка районының Ключевка ауылында теркәлә. Апалы-ҡустылы йылға ярынан 15 метр алыҫлыҡта уйнап йөрөгәндә, малай боҙ ярылып һыуға сума. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр, водолаздары малайҙы 2 метр тәрәнлектә табып ала. “Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы яңғыҙ һәм ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Һыу ятҡылыҡтарында уйнау ғүмер өсөн хәүефле булыуын аңлатығыҙ”, тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре Айһылыу Шәйхисламова.




