Унда "Еңеү юлы менән" тигән хәтер парады ойошторолдо. Ул 81 йыл элек ошо ҡалала булған парадҡа бағышланды. Сарала Муса Гәрәев исемендәге Өфө мәктәп-интернаты курсанттары ла ҡатнашты. 1941 йылдың 7 ноябрендә Советтар Союзында Мәскәү, Воронеж һәм Куйбышев ҡалаларында хәрби парадтар ойошторола.







