Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында республика конкурсында ҡатнашыусыларҙан заявка ҡабул итеү тамамланды. Ойоштороусылар белдереүенсә, быйыл 200-ҙән ашыу ғариза тапшырылған. Беренсе урын алыусыларға йорт һәм уның тирә-яғын тәртипкә килтереү өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса бирелә. Ведомство комиссияһы ҡала, ҡасаба һәм ауылдарҙағы йорт һәм подъездарҙы баһалай. Еңеүселәр һәм призерҙарҙы 1 декабргә тиклем иғлан итеү ҡарала.







