«Башавтотранс» автопаркы ике автобус менән тулыланды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров предприятие водителдәренә яңы техникаларҙың асҡыстарын тапшырып, алыҫ маршруттарҙы хеҙмәтләндерәсәк транспорт мөмкинлектәре менән танышты.

Белгестәр билдәләүенсә, Ҡытайҙа сығарылған автобус «хаҡы-сифаты» буйынса көнбайыш аналогтарынан күпкә өҫтөн. Пассажирҙар ташыу буйынса хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә. Осрашыу сиктәрендә республика етәксеһе компания автопаркын яңыртыу буйынса артабан да ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе.

Яңы автобустар ҡала-ара даими маршруттарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Шулай уҡ уларҙы Халыҡ-ара, Рәсәй, республика кимәлендәге сараларҙа файҙаланыу ҡаралған. Салондары 51 урынға иҫәпләнгән, Глонасс спутник системаһы, тахограф, кондиционер, һыуытҡыс менән йыһазландырылған. «Башавтотранс» предприятиеһы етәксеһе Надир Сәмиев билдәләүенсә, туристик класслы уңайлы автобустарға ихтыяж ҙур.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ