Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙамға чат-бот эшләй башланы

Телеграмда барлыҡҡа килгән каналда хәрби операция һәм мобилизацияға ҡағылышлы һәр һорауға яуап алырға мөмкин. Мөрәжәғәттәрҙе үҙәкләштереп тәртипкә һалыу көнүҙәк мәсьәлә. Сөнки аҙна дауамында ғына республика менән идара итеү үҙәге ошо мәсьәләгә ҡағылышлы 1400 шылтыратыу ҡабул ителгән.

Радий Хәбиров иһә мәғлүмәти яҡтан ғына түгел, ә гуманитар , социаль ярҙамды ла үҙәкләштереү кәрәклеген белдерҙе. Бәрелештәр барған ергә үҙ белдеклегең менән йөрөү үтә лә хәүефле, тине төбәк етәксеһе аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында.

«Буханкаһын» тейәгән дә үҙе үк руль артына ултырып гуманитар конвой составында хәрби операция барған ергә юлланған. Һуңынан УАЗигын Шайморатов батальоны позицияларына алып барып һалдаттарға тапшырған. Межгорье ҡалаһынан Сергей Люлин хәрби операция башланған тәүге көндәрҙән үк әүҙем ярҙам күрһәтә. Былбыл ҡылығы уны хәҙер тотош республикаға билдәле итте. Радий Хәбиров уны илһөйәрлеге һәм ҡаһаманлығы өсөн Рәхмәт хаты менән билдәләне.

Беҙҙең егеттәргә был техника нығыраҡ кәрәк. Хәрбиҙәргә ярҙам итеү минең гражданлыҡ позициям. Донъялар тынысланһын, егеттәребеҙ ҡайтһын. Һуңынан беҙ техникаһын да яңыртырбыҙ

Сергей Люлин

Хәрбиҙәргә ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр Башҡортостанда бик күп. Был сифат хуплана, әммә хәүефле ергә бер үҙҙәре бармаһындар, бөтә ярҙамды ла үҙәкләштереү, ойошҡан эшләү мөһим, тине Радий Хәбиров.

Хәрби операция менән бер рәттән тыныс тормошта ла кеше ғүмерҙәре өсөн көрәш бара. Быйыл мәҫәлән утта 41 кеше янып үлгән. Республика башлығы янғындарҙы иҫкәртеү эшен әүҙемләштерергә ҡушты. Сөнки тап ошо осорҙа баҡса йорттарында, шәхси секторҙа янғындар арта.

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, янғындар менән көрәштә ут сығыуын иҫкәртеү ҡорамалдары һөҙөмтә күрһәтә. Тап шул бәләкәй генә сиреналар ярҙамында уттан 747 кешенең ғүмере һаҡлап алып ҡалынған.

Оператив кәңәшмәлә дәүләт һәм шәхси партнерлығы ла тикшерелде. Был хеҙмәттәшлекте һөҙөмтәләре менән Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов таныштырҙы. Иҡтисади үҫеш министры әйтеүенсә, әле республикала 47 миллиард һумлыҡ 21 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.

Ошондай уҡ юғары һандар менән ауыл хужалығы ла маҡтана ала. Мәҫәлән һуңғы йылдарҙа ғына 38 миллиард һумға техника һатып алынған. Һөҙөмтәлә бығаса булмаған уңыш йыйып алынды. Радий Хәбиров республиканың ауыл хужалығындағы мөмкинлектәре тағы ла юғарыраҡ булыуын иҫкә төшөрҙө.

Радий Хәбиров ауыл хужалығының умартасылыҡ тармағын да дәүләт ҡурсауы аҫтына алырға кәрәклеген белдерҙе. Солоҡсолоҡ һәм түмәр умартасылығын үҫтереү өсөн программа эшләргә ҡушты. Әммә финанс ярҙам сәнәғәт үҫешмәгән, йәғни Бөрйән, Белорет, Ғафури, Ишембай һәм Күгәрсен райондарында ғына эшләйәсәк.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ