Яңауыл районы халҡы өлөшләтә мобилизацияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплай

Йыйылған әйберҙәр араһында башлыса көнкүреш кәрәк-яраҡтары, йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек. Изге эштә Йәштәр һарайы ҡарамағында эшләгән өлкән йәштәгеләр түңәрәге вәкилдәре, Яңауыл районы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары әүҙем ҡатнаша.

лар бәйләгән ойоҡбаштарҙың тәүге партияһы егеттәргә барып еткән дә инде. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар бының менән генә туҡтап ҡалмай, йөрәк йылыһы һалып бәйләнгән бирсәткә-ойоҡбаштар һалдаттарҙы һалҡындарҙан һаҡлар тигән өмөттә тағы ла өмә ойошторған. Яңауыл ирекмәндәре «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» төбәк хәрәкәтенә лә ҡушылған. Улар мобилизацияланыусы егеттәрҙең һорауы буйынса һалдаттарға йылы билбауҙар тегә. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тыуған илде һаҡлаусыларға тыныслыҡ символы - аҡ күгәрсен һүрәте менән открыткалар эшләгән.

Республика ҡатын-ҡыҙҙар советы иғлан иткән акцияға беҙ ҙә ҡушылдыҡ. 5 көн эсенддә 200-ҙән ашыу ойоҡбаш бәйләнек. Йылы кейем-һалым әҙерләнек. Егеттәр яҙмышына битараф булмаған һәр кем үҙенсә ярҙам итергә тырыша, хат яҙа, матди ярҙам күрһәтә.

Илһөйәр Проскурякова, Яңауыл районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ