Инклюзия һәм реабилитация буйынса иң яҡшы тәжрибә. Өфө 8-10 ноябрҙә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» беренсе төбәк-ара асыҡ форум-күргәҙмәһен ҡабул итә. Республикала үткәрелгән реабилитация индустрияһының күләмле сараһында 30-ҙан ашыу дискуссия майҙансығы эшләйәсәк.
Түңәрәк өҫтәлдәрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә Рәсәйҙең 7 төбәгенән 70 ашыу спикер сығыш яһар тип көтөлә. Проекттың маҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы социаль интеграциялау, белем һәм һөнәри яҡтан үҫтереү, сәләмәтлектәре сикләнгән өлкәндәр һәм балаларҙы комплекслы абилитациялауға шарттар тыуҙырыу.



