Хәйбулла районы Бүребай ауылы спорт мәктәбенә яңы һулыш

Секцияларҙы терегеҙеү, спорт һөйөүсе балаларға уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында Бүребай ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында» ҡатнашҡан. 2019 йылда программа буйынса бүленгән аҡсаға спорт залы һәм бинаның тыш яғы төҙөкләндерелгән. Быйыл кейенеү һәм душ бүлмәләре, ҡаҙанлыҡ яңыртылған.

Ошо маҡсатта 600 мең һум аҡса тотонолған. Капиталь ремонт эштәре тамамланыу менән көрәш буйынса секция асыу ҡаралған. Шулай уҡ урындағы халыҡ спорт мәктәбен яңы тренажерҙар йыһазландырырға теләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ