«Эко-Сити» компанияһы сүп-сарҙан 50 төрлө яңы продукция сығара

Киләһе йыл июлдә Ишембай районында экологик яҡтан хәүефһеҙ техноген тупраҡ етештерелә башлай. Органик серетмә ярҙамында полигондарҙы һәм карьерҙарҙы рекультивациялау ҡарала. Бынан тыш, «Эко-Сити» комплексында Стәрлетамаҡтың ғәмәлдәге технологияһы миҫалында SRF-яғыулыҡ етештереү проекты әҙерләнә.

Альтернатив яғыулыҡ менән цемент етештереүҙә ҡулланылған газды алмаштырырға мөмкин. Белгестәр билдәләүенсә, уның калорияһы юғары, был производствоға сығымдарҙы һәм атмосфераға углекислый газ сығарыуҙы, шулай уҡ иҡтисадтың ҡиммәтерәк энергия сығанаҡтарына бәйлелеген кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Ике башланғыс та өҫтөнлөклө инвестиция проекттар исемлегенә ингән.

Реконструкция һөҙөмтәһендә көнкүреш ҡалдыҡтарының 15 проценты ғына полигонға китәсәк. Йәғни беҙ киләһе йылдың июленә эшкәртеү күләмен 85 процентҡа еткерергә уйлайбыҙ. Төп маҡсат - сүп-сар күләмен кәметеү һәм ҡалдыҡтарға ҡабаттан файҙа килтереү мөмкинлеге биреү.

Айрат Маҡсатов, «Эко-Сити» компанияһының башҡарма директоры

Сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы йылына 200 мең тонна ҡалдыҡ ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә. Уға 600 миллион һум инвестиция һалынған. Әле бында Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, эргә-тирәләге райондарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары килтерелә.

Скрудж Макдактың күҙендәге доллар кеүек, сүп-сарҙа беҙ аҡса күрәбеҙ. Эшкәртелмәгән осраҡта ошо ҡалдыҡтар ергә күмелә. Ә беҙ унан 50 төрлө яңы продукция сығарабыҙ.

Инайя Едренкина, «Эко-Сити» компанияһы етәксеһе урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ