Ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған сәйәси ваҡиға уңайынан Өфөлә митинг ойошторолдо. Сара большевиктарҙың төп юлбашсыһы Владимир Ленин һәйкәле янында үтте. Митингта ҡатнашыусылар революцияның төп нигеҙҙәрен иҫкә алып, социаль тигеҙлек принциптарын үҫтереү маҡсатын ҡуйҙы. Тарихи дата уңайынан Владимир Ленин исемендәге музейҙа мәктәп уҡыусылары пионер сафына ҡабул ителде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Тантаналы шарттарҙа ант биргән малай-ҡыҙҙар Владимир Ленин исемендәге музейҙа пионер сафына ҡабул ителде. Октябрь революцияһының 105 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған сарала балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнашып, пионерҙарға хас һыҙаттар ниндәй булырға тейешлеге хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған, әһәмиәтле сәйәси ваҡиғаларҙың береһе. 1917 йылда ҡораллы ихтилал барышында Ваҡытлы хөкүмәт алмашына, ил менән большевиктар етәкселек итә башлай. Рәсәй коммунистар партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзалары Өфөлә Вдалимир Лениндың төп мемориалы алдында митинг ойошторҙо.
Митингта ҡатнашыусылар Октябрь революцияһы килтергән төп нигеҙҙәрҙе иҫкә алды. Социаль тигеҙлек, намыҫлы хеҙмәткә таянған йәмғиәтте үҫтереү һәм башҡа принциптар иғтибар үҙәгендә булды.
Флорида Ким



