Берләшмә сафы тағы ла 38 кадет менән тулыланды

Өфөнөң Еңеү паркында Булгаков ауылы лицейы кадеттар мәктәбе уҡыусылары тантаналы шарттарҙа Ватан алдында тоғролоҡ антын биреп, кадет значогына эйә булды. Берләшмә сафы тағы ла 38 кадет менән тулыланды. Йолаға ярашлы, сара 7 ноябрь - Рәсәйҙә Хәрби дан көнөндә ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бәләкәй йөрәктән сыҡҡан оло һүҙҙәр. Һаулыҡты һаҡларға, ихтыяр көсөн тәрбиәләргә, иң мөһиме - Ватандың лайыҡлы гражданины булырға. Бөгөндән уҡыуҙа һәм спортта алдынғылыҡ бирмәй, тәртиптә өлгө булыу ҙа улар өсөн изге бурыс.

Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарының һәр бер һүҙен йөрәгенән үткәреп башҡаралар. Хәйер, был аптырарлыҡ түгел. Сөнки улар - ысын илһөйәрҙәр быуыны. Булгаков лицейының кадеттар мәктәбе республика иң яҡшыларҙың береһе һанала. Бында ил кимәлендә өлгөлө сығыш яһаған йәш хәрбиҙәр тәрбиәләнә. Бөгөн ойошмала йәмғеһе 114 кадет һанала. Бынан тыш, эҙәрмән отрядтары, йәш армеецтар сафы ла буш түгел.

Үҫмерҙәрҙе кадет сафына ҡабул итеү тантанаһы йыл һайын 7 ноябрҙә баш ҡаланың Еңеү паркында ойошторолоуы осраҡлы түгел. 1941 йылдың нәҡ ошо көнөндә Мәскәүҙә Ҡыҙыл Майҙанда хәрби парад ойошторола. Сара халыҡтың бирешмәй, фажизмға ҡаршы көрәшкә әҙерлеген күрһәтеү, рухын күтәреү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була. Ә бөгөнгө сараны быуындар бәйләнеше сағылышы тип тә әйтергә мөмкин.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ