Бөгөн Башҡортостандан Луганск халыҡ республикаһына гуманитар ярҙам оҙатылды. Республика ҡатын-ҡыҙҙар союзы етем балаларға 100 мең һумға йылы кейемдәр, аяҡ кейемдәре әҙерләгән. Шулай уҡ уҡыу өсөн кәрәкле мәктәп әйберҙәре алынған. “Райондарҙан йылы бирсәткә һәм ойоҡбаштар бәйләп ебәрҙеләр”, - ти Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Рәшиҙә Солтанова.
Гуманитар ярҙамды хәрби бәрелештәр берлеге рәйесе, Йәмәғәт палатаһы вәкиле Тимерйән Рәжәпов оҙатып бара. Ул мобилизацияланыусы ир-егеттәргә УАЗ автомобиле тапшыра.







