Уларҙың яртыһы республика ҡаҙнаһы иҫәбенә ҡуйылған. Мини-сиреналар ярҙамында 747 кеше ҡотҡарылған, улар араһында балалар ҙа бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ошо турала белдерҙе.
Торлаҡ йорттарҙы мини-сиреналар менән тәьмин итеүҙә Тәтешле, Йәрмәкәй һәм Балтас райондары алдынғылар исемлегендә.







