Бөгөн Луганск халыҡ республикаһына Башҡортостан халҡы гуманитар ярҙам оҙатты

13 тонна эсәр һыу, йылы кейемдәр һәм уҡыу әсбаптары. Бөгөн Луганск халыҡ республикаһына Башҡортостан халҡы гуманитар ярҙам оҙатты. Республика ҡатын-ҡыҙҙар союзы етем балаларға 100 мең һумлыҡ йылы кейемдәр, аяҡ кейемдәре әҙерләгән. Шулай уҡ уҡыу өсөн кәрәкле мәктәп әйберҙәре алынған. Башҡортостандың һәр районынан тиерлек ҡатын-ҡыҙҙар йылы бирсәткә, ойоҡбаштар бәйләп ебәргән.

Гуманитар ярҙамды хәрби бәрелештәр берлеге рәйесе, йәмәғәт палатаһы вәкиле Тимерйән Рәжәпов оҙатып бара. Мобилизацияланыусы ир-егеттәргә тәғәйенләнгән УАЗ автомобиле, шулай уҡ эсәр һыу таңда юлға сыҡҡан. Етемдәр өсөн йылы кейем, ойоҡбаштар, көндәлек кәрәк-яраҡтары тейәгән машина бөгөн юлға сыға. Луганск халыҡ республикаһына йөктө оҙатып барыусылар тәғәйен ярҙамды таратҡас, бер аҙнанан әйләнеп ҡайтырға ниәтләй.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ