Бөгөн таңғы дүрттә Өфө тимер юл вокзалы эргәһендәге сиркәүҙә янғын сыҡҡан

Уттың дини тәғәйенләнештәге ике ҡатлы бинанан сығыуы билдәле. Ваҡиға урынына оператив рәүештә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп еткән. 50 квадрат метр майҙанды биләп өлгөргән ут ярты сәғәт эсендә һүндерелгән. Зыян күреүселәр юҡ. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Бөгөн иртәнге алтыла шулай уҡ Аэропорт ҡасабаһындағы ангарҙа ла көслө янғын сыҡҡан. Бында склад бүлмәһендә йылытҡыс янған. Утты һүндереүгә сәғәт ярым самаһы ваҡыт талап ителгән. 100 квадрат метр майҙан зыян күргән. Ваҡиға сәбәптәрен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе асыҡлай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ