«Подьездарҙы комплекслы төҙөкләндереү» программаһы сиктәрендә быйыл республикала 896 подьезд ремонтланған. Республиканың капиталь ремонт фонды тарафынан ошо маҡсатта 493 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Эш барышы менән БЮТ ижади төркөмө танышты.
Гагарин урамындағы 24-се йорт подъездарында һуңғы төҙөкләндереү эштәре бара. Маляр түбәне аҡ төҫкә бер нисә ҡат буяй. Ремонт барышында подьездың ишектәре алыштырылған, иҙәнгә кафель түшәлгән. Подрядсы ойошма батареяларҙы яңыһына алмаштырыу менән мәшғүл.
Күп фатирлы йортто төҙөкләндереү программаһына индереү өсөн милекселәр үҙҙәре тырышҡан. 2019-сы йылда йортта йәшәүселәр менән йыйылыш үткәргәндәр, протокол идарасы компанияға тапшырылған. Быйыл ниһайәт, уларҙың йорто төҙөкләндереләсәк подьездар исемлегенә индерелгән
Подьездарҙы копмлекслы ремонтлау программаһы Башҡортостанда 4-се йыл тормошҡа ашырыла. Ул күп фатирлы йорттарҙың йәмәғәт урындарын 2024-се йылға тиклем тәртипкә килтереүҙе күҙ уңында тота. Был республика башлығының ҡуйған бурысы.
Күп фатирлы йорт подьездарын ремонтлауға бүленгән аҡсаны һаҡсыл тотоноуға бәйле, Республиканың капиталь ремонт фонды бер ни тиклем сумманы экономиялауға ирешкән. Был аҡсалар тағы ла күп фатирлы 5 йорт подьезын төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.
Лилиә Мәҡсүтова



