Көҙгө муллыҡ байрамы. Иглин районында ҡаҙ өмәһе үтте. Түбәнге Ләмәҙ ауылында йәшәүселәр был юлы йоланы Шәрәфетдиновтар йортонда ойошторҙо. Гүзәл заттар ҡаҙҙарҙы йолҡоп, һыу буйына төштө.
Йырлап-бер-береһе менән аралашты, ҡош итен һаҡлау, бешереү серҙәре менән уртаҡлашты. Байрам һуңында өмәселәр ғәҙәттәгесә, ҡош ите менән һыйланды.



