Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумы асылды

2025 йылда Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға комплекслы ярҙам системаһы эшләй башлай. Был хаҡта бөгөн Өфөлә асылған «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» беренсе бөтә рәсәй асыҡ форум-күргәҙмәһендә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән форумда сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле граждандар һәм уларға социаль яҡлау мәсьәләләре ҡарала. БЮТ хәбәрсебеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Тиҙлеккә һалып ала ла, кәрәкле урынға барып етә. Баймаҡ ҡыҙы Сулпан яҙмыш ҡушыуы буйынса коляскала. Дәүләттән бушлай бирелгәненә ҡарағанда был коляскам еңелерәк, уңайлыраҡ, уға приставкала алып ебәргән. Уныһы битараф булмаған кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына. Ҡыҙ ике йнәлеш буйынса вуз тамамлаған-педагог һәм юрист. Сибайҙан Өфөгә күсеп килеп күп функциялы үҙәктә эшләп алған. Әммә әлегә уңайлыраҡ эш урыны эҙләй.

Ҡаршылыҡтарҙы еңеп йәшәргә күнегеүселәрҙең проблемаларын уртаға һалып хәл итеү - көнүҙәк. Өфөлә асылған беренсе төбәк-ара асыҡ форум-күргәҙмәһендә ил төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша. Сараның беҙҙә уҙыуы осраҡлы түгел. 2025 йылда Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалғандар өсөн комплекслы ярҙам системаһы эшләй башлаясаҡ. Был турала республика һәм Стратегик инициативалар агентлығы, «Ышаныслы йүнәлеш» ойошмаһы араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Уларға ғүмер буйы ҡаршылыҡтарҙы еңергә тура килә, әммә һау кешеләргә ҡарағанда, йәшәргә ынтылыш, сәм уларҙа көнләшерлек, тип билдәләнде форумда. Донъя бейеклектәрен яулаған Рөстәм Нәбиев, күп тапҡыр Паралимпия күп чемпионы Римма Баталова һәм башҡалар. Форум-күргәҙмәлә тап шундай көслө ихтыярлы кешеләрҙең ҡаяға үрмәләүен күрергә була. Милли батырыбыҙ тыуып үҫкән районда был тәңгәлдә эш күптән алып барыла. Йүрүҙән буйында спорт туризмы буйынса Бөтә Рәсәй фестивале үткәрелеп килә.

Сарала илдең 12 төбәгенән реабилитация һәм абилитация ҡорамалдары етештергән 50 предприятие ҡатнаша. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республикала был йүнәлештә эшләгән ойошмаларға ярҙам буласаҡ.

Дауаланыуға ҡарағанда иҫкәртеү еңел. Инвалид балаларҙың күп тыуыуын иҫәпкә алып, республикала генетика өлкәһендә проект тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 2023 йылдан яңы тыуған балаларҙы 36 төр ауырыуға тикшерәсәктәр.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөлә 2024 йылдың 1 июнендә мөмкинлектәре сиккле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Салют» реабилитация үҙәге асыласаҡ, тине. Әле үҙәктә төҙөлөш дауам итә.

Форум өс көн дауам итә. Түңәрәк өҫтәлдәрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә Рәсәйҙең 7 төбәгенән 70 ашыу спикер сығыш яһай. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы социаль яраҡлаштырыу, белем һәм һөнәри яҡтан үҫтереү, сәләмәтлектәре сикләнгән өлкәндәр һәм балаларҙы комплекслы абилитациялауға шарттар тыуҙырыу һорауҙары ҡарала.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ