Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында төбәктә ойошторолған яңы юғары уҡыу йортоноң киләсәге буйынса ултырыш үтте. Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү һәм улар нигеҙендә барлыҡҡа килгән Өфө фән һәм технологиялар университетының эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса ҡуйылған маҡсаттар билдәләнде.
Ғалимдар, педогогтар, фән эшмәкәрҙәре яңы университетта белем биреү системаһын камиллаштырыу, педагогтарҙың эшендә көтөлгән үҙгәрештәр, финанс мәсьәләләрҙе хәл итеү һорауҙарын барланы.
Берләштерелгән юғары уҡыу йортон булдырыу процесы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы һәм ярҙамы менән ике йылдан ашыу ваҡыт дауамында барҙы. Төбәк етәксеһе университеттың эшмәкәрлеген мөмкин тиклем эшлекле һәм ҡатмарлыҡтарһыҙ ойоштороу өсөн комиссия булдырыу тәҡдимен белдерҙе. Яңы ВУЗ Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған «Өҫтөнлөк- 2030» программаһына индерелгән. Уға ярашлы, университет йыл һайын федераль бюджеттан финансланып илдең иң яҡшы 30 юғары уҡыу йорто исемлегенә инергә тейеш. Өфө фән һәм технологиялар университетын Вадим Захаров етәкләйәсәк.



