Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдарынан яңы кимәлдәге киберхәүефһеҙлек нигеҙҙәре. Был өлкәлә етди эҙләнеүсе ике ғалим федераль грант яҡлауы алған. Киберхәүефһеҙлек өлкәһендә уңышлы эшләүсе йәш ғалимдар менән БЮТ хәбәрсебеһе Гүзәл Борханова танышты.
Лушников уйлап тапҡан система күп факторлы аутентификациялауҙы үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, кешенең тауышын тикшергәндән һуң, компьютер фейсконтроль уҙғара. Был этаптарҙы уңышлы үткәндә генә компьютерға инергә мөмкин. Әгәр ҙә тикшеренеүҙәр тап килмәй икән, юлдар ябыҡ. Яңы хәүефһеҙлек продукты 12 диапазонда кеше тауышын асыҡлау мөмкинлегенә эйә. Бынан тыш, биттәге 128 нөктә буйынса мәғлүмәтте эшкәртергә мөмкин. Бите һаҡал баҫҡан осраҡта, йә булмаһа ауырыҡһынып торған ваҡытта ла система уны таный ала. Был системаны смартфондарҙа, компьютерҙарҙа, автоматлаштырылған хеҙмәт урындарында ла уңышлы ҡулланырға мөмкин, ти математика һәм информатика факультеты аспиранты.
Никита Лушников үҙ эҙләнеүҙәрендә яһалма интеллект ярҙамында һанлы технологияларҙы ҡулланыусының биометрик параметрҙарын, йөҙөнән тыш тауышы, фотоһүрәте һәм видеояҙмаһы буйынса аутенцифкациялай, тимәк ,таный ала. Бындай ысул үҙен 99, 4 процентҡа ышандырырлыҡ тигән фекерҙә. Уның коллегаһы Елена Белова биометрик мәғлүмәттәрҙе шифрлауҙың өс модулен тәҡдим итә.
Ике ғалим да хәүефһеҙлек өлкәһендә эҙләнеүҙәрендә Мәскәү бәйләнеш һәм информатика техник университетынан миллион 200 мең, ә инновацияларға ярҙам итеү фондынан миллион һум күләмендә грант яҡлауы алған. Финанстарҙы йәш ғалимдар йәмғиәттә иң кәрәкле өлкәгә, юғары технологиялы киберхәүефһеҙлеккә йүнәлтеп, ярты йыл эсендә хеҙмәт баҙарына сығырға иҫәп тота.
Гүзәл Борханова



