Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары гуманитар миссияға ҡушыла

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар йөк ебәрә. Үҙҙәре етештергән бал һәм консерваланған ит Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов батальондары һалдаттары өсөн тәғәйенләнгән. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсебеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.

Бер аҙна дауамында Ит, һөт ризыҡтары һәм химия технологиялары кафедраһында эш ҡайнай. Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары гуманитар миссияға ҡушылып, алғы һыҙыҡта көрәшкән һалдаттарға аҙыҡ-түлек тупланмалары әҙерләй.

Бөрйән һәм Өфө райондарында урынлашҡан умартасылыҡтан йыйып алынған татлы ризыҡ әле банкаларға тултырылған. Балдың сифатын яҡшырыту өсөн студенттар уны лабораторияла яңы рецептура буйынса эшкәрткән. Консерваланған иткә иһә һеркә ҡушылған. Ул иттең һаҡланыу ваҡытын оҙайта һәм файҙалы матдәләр менән тулыландыра, тигән фекерҙә студенттар.

Барлыҡ продукция сифат күрһәткестәре буйынса тикшерелеп, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа тәҡдим ителгән. Тыуған яҡ күстәнәстәре Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемедәге батальондар яугирҙарына тәғәйенләнгән.

100-шәр банка бал һәм консерваланған итте Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы вәкилдәре килеп алды.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ