Уртаҡ көс менән махсус хәрби операциялағы егеттәргә гуманитар ярҙам менән ике УАЗИК машинаһы юлланды. «Беҙҙең егеттәргә ярҙам» ойошмаһы йыйылған аҡсаға алынған транспорттан тыш, һалдаттарға көндәлек кәрәк-яраҡтар тупланды. Дарыуҙарҙы, төҙөлөш материалдарын, гигиена әйберҙәрен, аҙыҡ-түлекте Шайморатов батальоны хәрбиҙәре үҙҙәре алып китте.
Һалдаттар УАЗИК-тарҙы махсус операция майҙанында тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү, дарыуҙар һәм башҡа препараттарҙы йөрөтөү өсөн файҙалынырға ниәтләй. «Беҙҙең егеттергә ярҙам» ойошмаһы сентябрҙән алып эшләй башлаһа ла ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 600 мең һум аҡса туплай. Ойошма150 ирекмәнде берләштерҙе.



